1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Тыуғандарым менән көслөмөн

Тыуғандарым менән көслөмөн

Февраль 7, 2023 Просмотров: 88
Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ.
Кесене кесе итегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
("Урал батыр"эпосынан)
Башҡорт халҡында тыуғанлыҡ тойғоһо көслө булған. Бер-береңә итәғәтле, ярҙамсыл, кешелекле, иғтибарлы булыу - тыуғанлыҡ атамалары менән өндәшеүҙән башлана.
Тыуғандарға һәм ғаиләгә ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында "Айыуҡай" балалар баҡсаһында ҡартатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр, апай-ағайҙар ҡатнашлығында "Тыуғандарым менән көслөмөн" исемле сара үтте.