АТАЙСАЛ БАЛАЛАРҘАН БАШЛАНА
Апрель 20, 2023
Просмотров: 40
АТАЙСАЛ БАЛАЛАРҘАН БАШЛАНА
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Файҙалы эштәр йылы уңайынан "Атайсал" форумы Башҡортостандың район-ҡалаларын иңләй. Бөгөн сара Баймаҡ ҡалаһында уҙа.
Форум сиктәрендә "Аҡбуҙат" журналы "Айыуҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.
Балалар журналдың баш мөхәрире Лариса Абдуллинаны ишек төбөнән үк тере коридор булып, шиғырҙар һөйләп ҡаршы алып тора ине.
Улар яратҡан баҫмалары өсөн тулы бер концерт номеры әҙерләгән: йырланылар ҙа, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, бейенеләр ҙә. Уразбаев Ҡадир, Байғужина Нурзилә, Әсәҙуллина Гөлсөм, Ҡужина Ләйлә, Исчурина Нурия, Мәликов Абдурахман, Уразбаева Элиза, Ҡәйепҡолов Ильмир, Сыңғыҙов Айҙар, Әминева Әҙилә, Ғәбитов Фәрхәт, Саникин Әмир, Рәсүлева Кәмилә шиғыр ятлаһа, Буранбаев Баязит менән Байрас, Абыҙгилдин Эмиль, Мәликов Абдурахман һәм Солтанғолов Филюс йырлап ишеттерҙе.
"Айыуҡай" балалар баҡсаһында Шайморатовсылар төркөмөнөң булыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уларҙа хатта 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының әләме лә бар! Балалар тарихты, батырҙарын белеп, өйрәнеп үҫә тигән һүҙ был.
Лариса Абдуллина кескәйҙәр менән башҡорт батырҙары хаҡында һөйләшкәндә, ике малай батырҙар рәтендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан оло олатайҙарын атаны. Ә бына мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөгән Самат Хажиевтың атаһы бөгөнгө көндә илде һаҡлай — Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Динар Талип улының имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Осрашыу һуңында Лариса Абдуллина балалар баҡсаһына ЮРТА ЗНАНИЙ ойошмаһы етештергән өҫтәл уйындарын бүләк итте. Был уйындар башҡорт телен, Башҡортостан республикаһын, уның айырым райондарын, башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә йүнәлтелгән.
"Атайсал" проектының изге маҡсаттарының береһе — ул йәш быуында, айырыуса балаларҙа тыуған ергә, кесе Ватанға, уның арҡылы инде Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уларға тарихи дөрөҫлөктө төшөндөрөү, кескәйҙәрҙә милли үҙаң тойғоһон нығытыу. Ҙур йылға бәләкәй генә шишмәләрҙән башланған кеүек, ҙур эштәр ҙә иң тәүҙә кескәй дуҫтарыбыҙҙан башлана, шуға Башҡортостан буйлап балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә башланғыс кластарҙа ошондай осрашыуҙарҙың уҙғарылыуы юҡҡа түгел.
Айгөл Ғәбитова,
Айнур Абдуллин фотолары.