1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Майҙан тота балалар

Майҙан тота балалар

Август 28, 2023 Просмотров: 19
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#УралБатырМәктәбе
Мәртәбәле конкурстан ҙур еңеүҙәр менән!
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре - Байрас һәм Баязит Буранбаевтар (етәкселәре: Буранбаева Ә.Р.) һәм Әҙилә Әминова(етәксеһе: Байымова Г.А.) район,
зона этабын үтеп "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 25-се төбәк-ара конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдылар. Беҙҙең бәләкәстәр был этап та һынатманылар. Әминова Әҙилә "Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында 3 урын яулаһа, Буранбаевтар "Иң йәш сәсәндәр" номинацияһы еңеүселәре. Афарин, рухлы балалар!