1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Урал батыр мәктәбе

Урал батыр мәктәбе

Декабрь 6, 2023 Просмотров: 26
Айыуҡай балалар баҡсаһы педагогтары Ҡырмыҫҡалы районында *"Урал батыр мәктәбе" проектын ғәмәлгә ашырыу:һөҙөмтәләр,перспективалар* тип аталған семинарҙа ҡатнашып ҡайтты.Семинарҙа ҡатнашыусылар асыҡ һәм дәрестәрҙә,уә дәрестән тыш эшмәкәрлектәрҙә ҡатнашты,түңәрәк өҫтәлдә эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты."Айыуҡай" балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Әлбәкова Гөлсөм Шаһибал ҡыҙы "Урал батыр мәктәбе" майҙансығының эштәре менән таныштырҙы,проектты ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе.Шулай уҡ педагогтарыбыҙ "Урал батыр эҙенән" исемле квест-уйыны буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте."Урал батыр" эпосының асылын,йүнәлештәрен,әхләҡи-тәрбиәһенең әһәмиәтен тағы ла бер тапҡыр эштәре аша күрһәтеп,үҙ-ара тәжрибә бүлешеп,фекер алышып, "Рухиәт" байрамынан дәрт,күтәреңке кәйеф алып ҡайттыҡ.Сараны ойоштороусыларға,бигерәк тә Ефремкино мәктәбе коллективына оло рәхмәт,уңыштар!!!
#УралБатырЭкспериментальМайҙансығы
#АҡТирмәМиллиМәҙәниҮҙәге#Өфө
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы#Баймаҡ