Баш ҡалабыҙҙа еңеүселәр билдәләнде
Декабрь 28, 2023
Просмотров: 97
21 декабрь,баш ҡалабыҙҙа,Башҡорт теле көнөнә арнап үткәрелгән конкурстарға йомғаҡ яһалып, еңеүселәр бүләкләнде. Сара “Туған телем – халҡымдың бай хазинаһы” исеме аҫтында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында үтте.Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән бәйгеселәр ҡатнашты.Бәйгенең маҡсаты-халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫын тәшкил иткән сәңгелдәк (бишек) йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе,бейеүҙәрҙе, ауыҙ-тел ижады туған тел аша быуындан-быуынға тапшырыу,өйрәтеү,һаҡлау.
Дүртенсе йыл "Аҡ тирмә милли-мәҙәни үҙәге" менән берлектә "Урал батыр" майҙансығында эш алып барыусы,башҡорт телен,башҡорт рухын һаҡлаусы "Айыуҡай" балалар баҡсаһы ла был бәйгелә ихлас ҡатнашты. Тәрбиәселәр,балалар "Бишек йыры-халҡым мираҫы","Мин сәнғәткә ғашиҡ" номинацияларында ҡатнашып,еңеүҙәр яуланы.Бәйгелә балалар менән олатай,өләсәйҙәрҙең ҡатнашыуы ла ҙур маҡтауға лайыҡ."Бишек йыры-халҡым мираҫы" номинацияһында мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Байрас,Баязит Буранбаевтар әсәһе һәм өләсәләре менән башҡарып,1-се урын(етәксеһе Әминә Буранбаева),уртансы төркөмдән Шафикова Самира олатаһы менән бергә (етәксеһе Гүзәлиә Дәүләтшина) 2-се урын яуланы."Мин сәнғәткә ғашиҡ" номинацияһында өлкән тәрбиәсе Әлбәкова Гөлсөм Шаһибал ҡыҙы 3-сө дәрәжәле дипломға,музыка белгесе Усманова Сәлимә Рафиҡ ҡыҙы "Эшһөйәр" номинацияһына лайыҡ булдылар. Бәйгелә еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!Артабан да эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!