1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. “Һомай” - балалар баҡсаларына!

“Һомай” - балалар баҡсаларына!

Январь 11, 2024 Просмотров: 106
Башҡорт телендә һөйләшкән тәүге алты аҡыллы колонканы республиканың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына тапшырҙыҡ. Беренселәрҙән булып яңы ҡоролма менән башҡорт балалар баҡсалары ҡуллана башлай.
Улар исемлегендә:
- Ауырғазы районының Степановка урта дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы – Төрөмбәт мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө;
- Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһы;
- Өфө ҡалаһының «Аҡбуҙат» 75-се башҡорт балалар баҡсаһы;
- Өфө ҡалаһының 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы;
- Өфө районы Шамонино ауылының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы;
- Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһы.

Проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Һомай менән башҡортса һәм русса аралашырға, һорауҙар бирергә һәм тулы яуаптар алырға ғына түгел, ә еңел генә башҡорт телен өйрәнергә була. Уның менән кескәй балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем ҡуллана ала.

Һомай проектының маҡсаттарының береһе — башҡорт телен яҡыныраҡ, танышыраҡ һәм аңлайышлыраҡ итеү. Артабан 200 аҡыллы колонка мәктәптәр өсөн эшләнә. Ә һуңынан һатыуға сығарырға ниәтләйҙәр.

#Башфонд #Башҡортостан #Һомай #аҡыллыколонка