1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Атай,әсәй һәм мин-спорт һөйөүсе ғаилә"

"Атай,әсәй һәм мин-спорт һөйөүсе ғаилә"

Февраль 20, 2024 Просмотров: 20
#ҒаиләЙылы2024
#ҒаиләЙылынАсыу
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#АтайӘсәйҺәмМинСпортҺөйөүсеҒаилә
"Айыуҡай" балалар баҡсаһында Ғаилә йылын асып, "Атай,әсәй һәм мин-спорт һөйөүсе ғаилә" исемле бәйге үткәрелде.Байрамды мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары музыкаль сәләм менән башлап ебәрҙе. Үҙҙәрен етеҙлектә,сослоҡта,зирәклектә һынап ҡарарға Махияновтар (кескәй төркөм),Маликовтар(2 кескәй төркөм),Раймановтар(уртансы төркөм),Байгужиндар (өлкән төркөм), Куланбаевтар(телмәр үҫтереү төркөмө), Усмановтар (мәктәпкә әҙерлек төркөмө) ғаиләләре килде.Атайҙар,әсәйҙәр,балалар ҡыҙыҡлы,күңелле ярыш төрҙәрендә ярышты.Аҙаҡҡы бәйгелә һәр ғаилә конструкторҙар ярҙамында үҙенең йорт макетын төҙөнө.Бәйге көсөргәнешле,сәмле барҙы,һәр ғаилә үҙенең берҙәм,ныҡышмал икәнен күрһәтте.Шулай итеп,телмәр үҫтереү төркөмөнән Айваз Ҡоланбаевтың ғаиләһе Гран-приға лайыҡ булып,бәйгенең еңеүсеһе булып танылды.Бөтә ҡатнашыусы ғаиләләргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Сара аҙағында ғаиләләр флешмоб-гимнастикала ҡатнашты.Ғаилә йылын асыуҙа ихлас ҡатнашыусы ғаиләләргә сәләмәтлек,уңыштар,ғаилә именлеге теләйбеҙ!