Дөйөм ата-әсәләр йыйылышы
Июнь 10, 2024
Просмотров: 1790
23 май "Айыуҡай" балалар баҡсаһында "Ғаиләлә һәм балалар коллективында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға толерантлы мөнәсәбәт булдырыу" темаһына дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үтте.
Шәфҡәт туташы Ғәрипова Ә.А. йәйге осорҙа балалар баҡсаһында ниндәй сыныҡтырыу алымдарын ҡулланыуҙары тураһында һөйләне, үҙенең тәҡдимдәрен еткерҙе.
Баймаҡ ҡалаһының Үҙәк ҡала дауахана педиатры Йылҡыбаева Н.Д. үҙенең сығышында һәр ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеүе еңелерәк тигән төп фекерҙе еткерҙе.
Логопед Ноғоманова Г.М. ата-әсәләр өсөн "Тел өсөн тәмле гимнастика" исемле мастер класс ойошторһа, педагог-психолог Байымова Г.А. "Балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын нисек һаҡларға" исемле тест үткәрҙе.
Өлкән тәрбиәсе Әлбәкова Г.Ш. 2023-2024 уҡыу йылының ҡаҙаныштары тураһында һөйләп үтте.
Балалар баҡсаһы мөдире Исхакова А.Ә. төрлө конкурстарҙа, балалар баҡсаһы тормошонда актив ҡатнашыусы ата-әсәләргә рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырып, йыйылышты йомғаҡлап ҡуйҙы.