1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Бәхетле бала саҡ

Бәхетле бала саҡ

Июнь 10, 2024 Просмотров: 1795
#БалаларҙыЯҡлауКөнө_31_05_24
#БәхетлеБалаСаҡТеләйбеҙ
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
Бөгөн "Айыуҡай" балалар баҡсаһында балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам сараһы үтте.Балаларға ҡунаҡҡа клоундар Тяпа һәм Ляпа,Лунтик,Упсин,Леди Баг һәм Супер Кот ҡунаҡҡа килде.Улар үҙҙәре менән ҡыҙыҡлы уйындар һәм ярыштар алып килеп,балаларға яҡшы байрам кәйефе бүләк итте.Балалар "Тоҡ кейеп йүгереү", "Йомортҡа менән йүгереү", "Арҡан тартышыу", "Ат сабышы" ,"Һабын шарҙарын өрөү", Леди Багтың "Атоми күбәләктәрен тотоу" кеүек уйындарҙа рәхәтләнеп уйнаны,ҡунаҡтар менән бергә бейене.