1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Урал батыр мәктәбе" эше буйынса рухиәт байрамы Йылайыр ауылы Ш. Бабич исемендәге гимназияла

"Урал батыр мәктәбе" эше буйынса рухиәт байрамы Йылайыр ауылы Ш. Бабич исемендәге гимназияла

Ноябрь 28, 2024 Просмотров: 225
     Йылайыр районы Йылайыр ауылы Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы ойошторған "Урал батыр мәктәбе" эше буйынса рухиәт байрамы үтте. 
Сараның тәүге өлөшөндә семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләү, етәкселәрҙең сығыштарын тыңлаһаҡ, артабан күргәҙмәләр менән танышыу, асыҡ дәрестәр ҡарау ойошторолдо.
     Сараның икенсе өлөшө түңәрәк өҫтәл артында сығыштарҙы тыңлау, әңгәмәләшеү, тәжрибәләр менән бүлешеү, фекер алышыу менән дауам итте. Баймаҡ ҡалаһы "Айыуҡай" балалар баҡсаһы етәксеһе А. Ә. Исхаҡова "Урал батыр мәктәбе" прокты сиктәрендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләп үтһә, өлкән тәрбиәсе Г. М. Ноғоманова "Урал батыр" эпосына нигеҙләнеп эшләнелгән уйын формалары тураһында һөйләп китте. Музыка етәксеһе С. Р. Усманова ошо уйындарҙың бер төрө "Серле тирмә" уйынын семинарҙа ҡатнашыусыларға уйнатып күрһәтте. Педагог-психолог Г. А. Байымова баҡсабыҙ алып барған күргәҙмәлектәр тураһында таныштырып һөйләп китте. 
      Сара, Рухиәт байрамы, гимназия уҡыусыларының сығышы, концерт номерҙары, рәхмәт хаттары тапшырыу менән йомғаҡланды.