В рамках участия в ППМИ-2025, среди воспитанников детского сада "Айыукай" прошли, веселые зимние игры.
Декабрь 12, 2024
Просмотров: 55
"Айыуҡай" балалар баҡсаһында "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау
2025" программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Спорт – ул көс һәм һаулыҡ» спорт ялы үтте, унда телмәр үҫтереү һәм өлкәндәр төркөмөндәре ҡатнашты.
Тәүҙә балаларҙа, ысын спортсылар кеүек, төрлө йүгереү, йөрөү, ҡул һәм аяҡ күнекмәләре үтте. Һуңынан командалар «Буш урынды Алығыҙ», «Кем тиҙерәк» кеүек эстафеталарҙа ярышып, үҙҙәренең оҫталыҡтарын, тиҙлектәрен, шәплектәрен күрһәттеләр. Ярыштар мауыҡтырғыс булды! Командалар араһындағы ысын көрәш һөҙөмтәһендә, дуҫлыҡ еңеп сыҡты!
Бөгөн «Айыуҡай» балалар баҡсаһында урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2025 йылда «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!» девизы менән үҙенсәлекле спорт байрамы ойошторолдо. Был байрамда өлкән мәктәпкәсә йәштәге һәм телмәр үҫтереү төркөмдәре ҡатнашты. Спорт сараһы башланыр алдынан бөтә командалар ҙа төҙөлөшкә сыҡты. Һуңынан командаларға бүленеп, оҙон һәм ҡыҫҡа араға йүгерҙе, ҡулса аша үтте, сәкән менән туп йөрөтөп, төрлө ҡаршылыҡтарҙы уҙып ярышты. Көйәрмәндәр уларҙы дәртләндереп торҙо.
Был мауыҡтырғыс ярыштарҙың бөтә этаптары ла бик көсөргәнешле барҙы. Балалар үҙҙәренең тиҙлеген, етеҙлеген һәм зирәклеген, берҙәмлеген һәм командала эшләй белеүен күрһәтте. Барыһы ла финишҡа беренсе булып килергә тырышалар. Командалар араһындағы ысын көрәш һөҙөмтәһендә, дуҫлыҡ еңеп сыҡты! Байрам күтәренке кәйеф менән тамамланды, балаларҙы берләштерҙе, бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бына шулай бит остары алһыуланып, күҙҙәре янып торған, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән балалар саф һауала уйнап, шаярып ҡына ҡалманы, сәләмәтлеген дә нығытты.

13