1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Айыуҡай" балалар баҡсаһында "2025 йыл-Ватанды һаҡлаусылар йылы"н асыу тантанаһы

Айыуҡай" балалар баҡсаһында "2025 йыл-Ватанды һаҡлаусылар йылы"н асыу тантанаһы

Январь 21, 2025 Просмотров: 732
⭐"Айыуҡай" балалар баҡсаһында "2025 йыл-Ватанды һаҡлаусылар йылы"н асыу тантанаһы булып үтте. РФ һәм БР -ның гимндарын тыңлауҙан һәм флагтарын күтәреүҙән башланып китте мөһим сарабыҙ.Һәр төркөм тәрбиәләнеүселәре патриотик йырҙар,бейеүҙәр башҡарҙы,быйылғы йылдың мөһимлеге тураһында мәғлүмәт алды.
⭐Был йыл балаларыбыҙҙа Тыуған илгә һөйөү, уның тарихына һәм мәҙәниәтенә хөрмәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән мауыҡтырғыс саралар менән тулы буласаҡ.
⭐Патриотик Йылдың һәр көнө Шатлыҡ, Дуҫлыҡ һәм Тыуған Илгә һөйөү менән тулы булһын!
#21_01_2025
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#ВатандыҺаҡлаусыларЙылы #ПатриотикТәрбиә#ТыуғанИлгәҺөйөү#БеҙҙеңКиләсәк
#УралБатырМәктәбеПроекты