1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Тәрбиәселәр эшендә Яһалма интеллектты ҡулланыу" тигән темаға мастер-класс үтте.

"Тәрбиәселәр эшендә Яһалма интеллектты ҡулланыу" тигән темаға мастер-класс үтте.

Январь 10, 2025 Просмотров: 430
#Айыуҡайбалаларбаҡсаһы
#Мастеркласс
#Яһалмаинтеллект
"Тәрбиәселәр эшендә Яһалма интеллектты ҡулланыу" темаһына мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе Гөлшат Шәфҡәт ҡыҙы Ильясова педагогтарға  мастер-класс үткәрҙе. Замана талабына ярашлы педагогтарға компьютер технологияларын киң ҡулланыу талап ителә. Яһалма интеллект - һәр кемдең эшен еңеләйтеү сараһы, план төҙөү, сценарийҙар яҙыу, күргәҙмә материалдары әҙерләү, презентациялар, дидактик уйындар базаһын нығытыуҙа төп ярҙамсыға әйләнәсәк.
Балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙа Яһалма интеллектты ҡулланыу тәрбиәсе эшенең сифатын яҡшыртасаҡ, яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Педагогтарға кәрәкле сайттар, эшләү алымдары тураһында күрһәтмәләр бирелде. Һуңынан телмәр үҫтереү күнекмәһендә үткән Ф. Туғыҙбаеваның "Яңы күлдәк" хикәйәһе менән танышыуҙы тап Яһалма интеллект ярҙамында төшөрөлгән слайд ярҙамында ҡараныҡ.