1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 25 февраль Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

25 февраль Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

Февраль 25, 2025 Просмотров: 224
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#ДеньГосударственногоФлагаРБ
25 февраль- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө.Ул 1992 йылдың тап ошо көнөндә  "Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһында"ғы Законы менән раҫланған.Флаг күк,аҡ һәм йәшел төҫтәрҙән тора.
Йәшел төҫ – азатлыҡты, тормоштоң мәңгелек булыуын; аҡ төҫ – тыныслыҡты, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; күк төҫ уларҙың уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлыҡты аңлата. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.