1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Йәш кадеттар сафына

Йәш кадеттар сафына

Март 21, 2025 Просмотров: 124
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#Еңеүгә80йыл
#МХОбиләмәһендәҠатнашыусыларғаЯрҙамИтеүЙылы
#ВатанҺаҡсыларыЙылы
#ГодЗащитникаОтечества 
2025 йылдың 20 мартында “Айыуҡай” балалар баҡсаһының “Йондоҙсоҡ” төркөмө кескәйҙәрен тантаналы рәүештә йәш кадеттар сафына алыу үтте. Тантана бөтә ҡағиҙәләргә ярашлы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының  Дәүләт гимны аҫтында Дәүләт флагтарын күтәреү менән башланды. Тантананың иң мөһим һәм яуаплы мәлендә кадеттар берләшмәһе сафына ингән йәш кадеттар Ватанға тоғро булырға, йәш кадет исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөргә, үҙ тормошонда кадеттарҙың намыҫ кодексы менән етәкселек итергә һәм тыуған иленең патриоты булырға ант итте.   Кадетҡа ҡабул итеү тантанаһында, ҡаланың 5-се мәктәбенең кадет класы уҡыусылары ҡатнашты. Улар кескәйҙәргә сафта дөрөҫ атлау күнекмәләрен күрһәттеләр. Тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре йәш кадетсыларға, аҡыллы, тырыш, илһөйәр булып ҡалығыҙ, тигән изге теләктәрен еткерҙеләр.