"Милли кейем көнө 2025"
Апрель 18, 2025
Просмотров: 674
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#МиллиКейемКөнө2025
#ДеньНациональногоКостюма2025
#ДетскийСадАйыукай
#БашҡортостанРеспубликаһыныңФәнҺәмМәғарифМинистрлығы
#МинистерствоНаукиИОбразованияРеспубликиБашкортостан
#Оформление_Национальных__Уголков
#Этнокультурный_Региональный_Центр
"Милли кейем көнө"
Республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Байрам тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың йолаларына, мәҙәниәтенә иғтибар биреүгә йүнәлтелә.
Милли кейем көнө – ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп тә. Ошо көндә ойошторолған ҡыҙыҡлы, күркәм саралар аша үҫеп килгән быуын да халыҡ мәҙәниәтенең ифрат ҡәҙерле, баһалы, аҫыл төшөнсә икәненә төшөнә, унда тарихи үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә.
Милли кейем көнөн билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте арттырыуға, татыулыҡ ептәрен нығытыуға бәйле ҙур, мөһим эштәрҙең бер өлөшө лә.
Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.