Илем буйлап атлай үлемһеҙ полк
Май 8, 2025
Просмотров: 2750
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#ЗащитникОтечества
#ДетскийСадАйыукай
#ГодЗащитникаОтечества
#победа80
#дорогипобеды
#памятипавших
Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Үлемһеҙ полк" акцияһына "Айыуҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡушылды.
Илем буйлап атлай үлемһеҙ полк,
Еңеүселәр килә, ҡарағыҙ!
Бөгөн улар барыһы ла иҫән,
Бөгөн улар имен, яраһыҙ.
Ветеранды, уның балаларын
Ошо парад бергә тупланы.
Оркестрҙар өндәй бер тауыштан:
«Тыныс атһын илдең һәр таңы!»
Үлемһеҙ полк!
Һиндә тарих шаңы,
Яу кисергән ялан күҙҙәре,
45-тән иҫкән елдәр шауы,
Тол ҡыҙҙарҙың терелгән йәре,
Ышаныс һәм өмөт сатҡылары,
Осрашыуҙың көтөп алғаны…
Үлемһеҙ полк булып илде иңләй
Совет һалдаттарының даны.
…Киң майҙандан бара еңеүселәр,
Үткәндәрҙән сәләм бирәләр...
Әйтерһең дә,
Улар Еңеү яулап,
Яуҙан яңы ҡайтып киләлә
#ЗащитникОтечества
#ДетскийСадАйыукай
#ГодЗащитникаОтечества
#победа80
#дорогипобеды
#памятипавших
Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Үлемһеҙ полк" акцияһына "Айыуҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡушылды.
Илем буйлап атлай үлемһеҙ полк,
Еңеүселәр килә, ҡарағыҙ!
Бөгөн улар барыһы ла иҫән,
Бөгөн улар имен, яраһыҙ.
Ветеранды, уның балаларын
Ошо парад бергә тупланы.
Оркестрҙар өндәй бер тауыштан:
«Тыныс атһын илдең һәр таңы!»
Үлемһеҙ полк!
Һиндә тарих шаңы,
Яу кисергән ялан күҙҙәре,
45-тән иҫкән елдәр шауы,
Тол ҡыҙҙарҙың терелгән йәре,
Ышаныс һәм өмөт сатҡылары,
Осрашыуҙың көтөп алғаны…
Үлемһеҙ полк булып илде иңләй
Совет һалдаттарының даны.
…Киң майҙандан бара еңеүселәр,
Үткәндәрҙән сәләм бирәләр...
Әйтерһең дә,
Улар Еңеү яулап,
Яуҙан яңы ҡайтып киләлә