Дөйөм ата-әсәләр йыйылышы.
Ноябрь 1, 2025
Просмотров: 612
"Айыуҡай" балалар баҡсаһында, "Ғаилә һәм балалар баҡсаһы мөхитендә балаларҙың телмәрен үҫтереү" исемле тема аҫтында, дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үтте. Йыйылыштың төп маҡсаты булып, белем биреү учреждениеһы һәм ғаилә звеноһының тығыҙ бәйләнешен булдырыуҙы дауам итеү, балаларҙың телмәрен бергәләшеп үҫтереүгә көс һалыу, һау-сәләмәт, аҡыллы, тырыш балалар тәрбиәләү торҙо. Йыйылышты, балалар баҡсаһы мөдире - Баййегетова Рәзинә Мөнир ҡыҙы асып, сәләмләгәндән һуң, өлкән тәрбиәсе Рәйсә Рафаэль ҡыҙы, уҡытыу-тәрбиә эше тураһында һөйләп үтте.
Уҡытыусы-логопедтар, Гөлдәр Абдулла ҡыҙы һәм Ләйсән Марат ҡыҙы телмәр үҫешенең мөһимлеге тураһында, нисек балаларға ярҙам итергә һөйләнеләр, мастер-класс үткәрҙеләр.
Уҡытыусы-логопедтар, Гөлдәр Абдулла ҡыҙы һәм Ләйсән Марат ҡыҙы телмәр үҫешенең мөһимлеге тураһында, нисек балаларға ярҙам итергә һөйләнеләр, мастер-класс үткәрҙеләр.