Әсәйҙәр көнө
Декабрь 3, 2025
Просмотров: 95
28 ноябрь көнө Айыуҡай балалар баҡсаһында әсәйҙәр байрамына арнап "Асыҡ ишектәр" көнө үткәрелде. Иртәнсәктән матур музыка, йылы һүҙҙәр һәм тәмлекәстәр менән ҡаршы алды балалар баҡсаһы ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙе. Музыка залында тантаналы ҡотлап, балалар йыр бүләк иткәндән һуң ҡунаҡтар төркөмдәргә таралышты. Һәр тәрбиәсенең дә педагогтың да ишеге асыҡ ,төрлө мастер- кластар әҙерләнгән ине. Әсәйҙәр ,балалар менән берлектә, был сарала актив ҡатнаштылар, йылы теләктәрен әйтеп, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.
Ҡәҙере әсәйҙәр! Һеҙҙе матур байрам- Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, эшегеҙҙә уңыштар, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ! Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!
Ҡәҙере әсәйҙәр! Һеҙҙе матур байрам- Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, эшегеҙҙә уңыштар, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ! Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!