Шайморатовсылар төркөмөнә ҡабул итеү
Декабрь 5, 2025
Просмотров: 357
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы 865-се ҡарарына яраҡлы беренсе тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Уларҙың сафын тулыландырып "Айыуҡай" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәрен шайморатовсылар рәтенә ҡабул итеү сараһы үтте. Сарала яугир Итәлмасов Сәлимйән Сөләймән улы ла ҡатнашты,балаларға үҙ хәрби бурыстары тураһында ҡыҙыҡлы итеп әңгәмә алып барҙы.
Был сараға уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә килде. Балаларының шайморатовсы исеменә ант биреүен берсә ҡыуанып, берсә ғорурланып тыңланы улар.
Был сараға уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә килде. Балаларының шайморатовсы исеменә ант биреүен берсә ҡыуанып, берсә ғорурланып тыңланы улар.