«Һомай-2026» — гүзәллек һәм зирәклек байрамы
Апрель 1, 2026
Просмотров: 18
Бөгөн «Айыуҡай» балалар баҡсаһында район кимәлендәге «Һомай-2026» бәйгеһе үтте. Сәхнәгә береһенән-береһе тырыш, зирәк, отҡор һәм сибәр 16 ҡыҙ сыҡты.
Бәйгеселәр дүрт һынауҙа көс һынашты. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырып, ижади оҫталыҡтарын күрһәтте, интеллектуаль уйында ҡатнашты һәм матур дефиле тәҡдим итте.
Сығыштар шул тиклем сағыу һәм матур булды — һәр ҡатнашыусы тамашасыларҙың һәм баһалама ағзаларының күңелен яуланы. Кескәй гүзәлкәйҙәрҙең һәр береһенә артабан да ҙур уңыштар, сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!