1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Космонавтика көнө

Космонавтика көнө

Апрель 17, 2026 Просмотров: 13
1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин «Восток» карабында Ер шарын урап сыға һәм бөгөн был тарихи дата Космонавтика көнө булараҡ билдәләнә. Тәүге осош менән Рәсәй донъяла үҙен космос серҙәрен асыусы булараҡ танытһа, космонавтар милли геройҙарға әйләнә. Заман үҙгәрһә лә, ҡараш шул килеш. Бөгөн дә йәш быуын өсөн Йыһан - серле донъя, ә космонавтар бөйөк һөнәр эйәһе булып ҡала.
Баймаҡ ҡалаһы "Айыуҡай"балалар баҡсаһында "Космонавтика көнө" тип аталған матур сара үтте. Балалар йәнһүрәт геройы Профессор менән Айға сәйәхәткә сыҡтылар, төрлө һынауҙар үттеләр, Лунтик һәм Сит ил вәкиле менән осрашып, үҙҙәренең ҡыйыу, сос икәнлектәрен иҫбат иттеләр.
Был сараның маҡсаты-балаларҙа хәрәкәтле уйындар аша космос һәм космонавт профессияһына һөйөү, илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятыу, патриотик рух тәрбиәләү булды