#100днейстолетияБаймак
Декабрь 15, 2019
Просмотров: 49
Мин башҡортса һөйләшәм! Балалар баҡсаһында Башҡорт теле көнөнә арналған сара үтте. Балалар тел тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, әкиәт күрһәттеләр. Күмәкләп башҡорт көйөнә бейешеп алдылар. Сара аҙағында "Башҡорт телендә һөйләшәм"йырын башҡарҙылар. Балаларыбыҙҙың күңелендә телебеҙгә ҡарата һөйөү тойғоһо уятыу беҙҙең төп бурысыбыҙ, тип уйлай һәр тәрбиәсе.