1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Масленица байрамы гөрләп үтте

Масленица байрамы гөрләп үтте

Март 13, 2021 Просмотров: 231

Ҡышты оҙатыу йәки Масленица — славян халыҡтарының борондан билдәләнеп килгән байрамы. Был йола ете көн дауамында үткәрелгән, тәбиғәт көстәренә, йыл миҙгелдәренә табыныу, уларҙың күңелен күрергә тырышыу менән бәйле булған. "Айыуҡай"балалар баҡсаһында ла ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы бик күңелле үтте.
Байрамда уртансы, өлкән һәм әҙерлек төркөмдәре балалары ҡатнашты. Шат малайҙар һәм ҡыҙҙар Ҡышты оҙатып Яҙһылыуҙы ҡаршы алды. Улар әүҙемлек, етеҙлек, отҡорлоҡ күрһәтеп, күңелле эстафеталарҙа ҡатнашып, шаян Мәскәй әбей менән күңел асты. Сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө байрам ҡарасҡыһын ҡаршы алыу булды.
Масленица байрамы табынының төп атрибуты, әлбиттә, ҡоймаҡ. Сара аҙағында балалар тәмле ҡоймаҡтар менән һыйландылар.
Күңелле йола байрамы тәрбиәләнеүселәргә бик оҡшаны.