Еңеү көнө
9 Май… Илебеҙҙә иң бөйөк байрамдарҙың береһе ул. 77 йыл элек ҡаһарман һалдаттарыбыҙҙың йән аямай көрәшеүе һәм тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр тырышлығы менән, ҙур юғалтыуҙар кисереп, халҡыбыҙ Бөйөк Еңеү яуланы. Яҡты киләсәгебеҙ, аяҙ күк, тыныслыҡ өсөн һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп бөткөһөҙ.
Йыл да гөрләп үткән был байрамдан “Айыуҡай” балалар баҡсаһы ла ситтә ҡалмай. Тәрбиәләнеүселәр ҡәһәрле һуғыш тураһында хикийәләр тыңланылар, һалдаттар, еңеү, тыныслыҡ тураһында йырҙар өйрәнделәр, Ватаныбыҙҙың геройҙары менән таныштылар, һуғыш кинохроника юлдарын ҡаранылыр, хәрби йырҙар тыңланылыр. Балалар тәрбиәселәре менән төрлө онлайн конкурстарҙа, акцияларҙа әүҙем ҡатнаштылар.
Ихлас күңелдән оло байрам - 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы менән ҡотлайбыҙ. Донъялар именлеге, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ. Киләсәгебеҙ яҡты, матур, тыныс булһын!