1 сентябрь - Белем көнө менән!
Сентябрь 1, 2022
Просмотров: 57
Белем көнө, бала саҡ хәтирәһе булып, һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана торған көн ул. Ап-аҡ таҫма бәйләгән, ҡулдарына кескәй портфель тотҡан уҡыусылар тәүге тапҡыр белем йорто тупһаһына аяҡ баҫа, беренсе уҡытыусылары менән осраша, көмөш ҡыңғырау тауышын ишетә.
Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Хәстәрлекле уҡытыусыларыбыҙға иһә яңы һөнәри уңыштар, илһам теләйбеҙ, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын!
Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!