1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙына - юғары награда!

Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙына - юғары награда!

Сентябрь 12, 2022 Просмотров: 43
Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙына - юғары награда!

Өфөлә Конгресс-холда "Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы" үтте. Р. Ф. Хәбиров хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Баймаҡ ҡалаһы "Айыуҡай" балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙы Әлбәкова "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙы бар ғүмерен мәғарифты үҫтереүгә арнаған, намыҫлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған шәхес.