Көҙгө йәрминкә
Сентябрь 23, 2022
Просмотров: 93
"Айыуҡай" балалар баҡсаһында ошо аҙнала дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үткәрелде. Уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттар, ҡаҙаныштар менән берлектә, балалар баҡсаһының педагог-психологы Байымова Гөлдәр Абдулла ҡыҙы хәҙерге цифрлы технологиялар, видео-уйындар, телефон, замана йәнһүрәттәре бала психикаһына нисек тәьҫир итеүе тураһында һөйләп үтте, ата-әсәләргә тренинг-уйын үткәреп, йомғаҡтар яһаны.
Шулай уҡ "Көҙгө фантазия" тип исемләнгән конкурсҡа йомғаҡтар яһалды, еңеүселәр маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Ата-әсәләр, тәрбиәселәр көсө менән ойошоролған көҙгө муллыҡ сараһы ла бик күңелле килеп сыҡты. Йәшелсә-емеш, ҡайнатмалар, бихисап ҡамыр аштары, оҫта ҡулдар эшләгән әйберҙәр - барыһы ла йәрминкәгә айырым матурлыҡ, йәм өҫтәне