1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. #Өйҙәултырабыҙ

#Өйҙәултырабыҙ

Апрель 8, 2020 Просмотров: 46

Баймаҡ ҡалаһының "Айыуҡай" балалар баҡсаһы педагогтары ил һәм республика кимәлендә барған  акцияларына ҡушыла һәм өйҙә ҡалып та ваҡытты мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәреү мөмкинлегенән сығып, балаларға ата-әсәләр ярҙамы менән төп программаларға таянып, телмәр үҫтереү, художество-эстетик, танып белеү, социаль-коммуникатив һәм физик үҫеш өлкәләрендә эш төрҙәре тәҡдим итә. Логопедия төркөмө тәрбиәсеһе Зәйнуллина Д. М. төркөм балалары менән дистанцион форматта "Портрет" жанрында традицион булмаған һүрәт төшөрҙө. Күҙаллау, зауыҡлы ижадты үҫтереүгә арналған дәрес балаларға һәм уларҙың әсәйҙәренә лә оҡшағандыр.