1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Хәүефһеҙлек айлығы

Хәүефһеҙлек айлығы

Сентябрь 9, 2020 Просмотров: 47
    Баланы –баштан, талды йәштән бөк тигәндәй, балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе балалар баҡсаһынан уҡ башларға кәрәклеген яҡшы аңлай "Айыуҡайҙар".

   Хәүефһеҙлек айлығы сиктәрендә беҙҙең балалар баҡсаһында юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса әңгәмә, һөйләшеүҙәр алып барылды. Һәм дә айлыҡты йомғаҡлап,  "Юл ҡағиҙәләрен бел һәм үтә!" тигән сара үтте. Өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре был көндө юл ҡағиҙәләре, билдәләре менән танышты, әкиәт персонаждары ярҙамы менән нимә ярай, нимә ярамағанды  үҙләштерҙе.
    Шуныһы ҡыуаныслы, балалар тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған светофорҙың ҡыҙыл утында мотлаҡ туҡтарға, һары ут янһа-  ҡуҙғалырға әҙерләнергә, йәшел утта иһә юлды дауам итергә мөмкин икәнлеген, юл аша сыҡҡанда тирә-яҡҡа күҙ һалып, машина булмаған осраҡта ғына сығырға кәрәклеген яҡшы белә.