"Урал батыр" мәктәбе
Январь 28, 2021
Просмотров: 45
Баҡсабыҙҙа "Урал батыр мәктәбе" проекты үҙенең эшен дауам итә. Ошо проект сиктәрендә мини-музей ҙа булдырылды. Музей мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүҙә тәрбиә үҙәге булып торасаҡ. Был музейға ҡуйылған материалдарҙы педагогтар уҡытыу-тәрбиә процессында ҡулланасаҡ. Киләсәктә лә Урал батыр мини-музейы яңынан-яңы материалдар, экспонаттар менән тулыландырылып проектты ғәмәлғә ашырыу мөмкинлегенең бер өлөшө буласаҡ.