Эксперименталь майҙансыҡ

   2015 йылдың сентябрь айында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектә "Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһында патриотик тәрбиә ойоштороу моделе" темаһына эксперименталь майҙансыҡ асыуға ҡул ҡуйыла.


   Майҙансыҡтың фәнни етәксеһе РБ-ның мәғариф отличнигы, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре БДПУ-ның мәктәпкәсә йәштәге белем биреү кафедраһы доценты Фирҙәүес Ғиса ҡыҙы Аҙнабаева.


  
  


   Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Баймаҡ ҡалаһы Бала үҫтереү үҙәге "Айыуҡай" балалар баҡсаһы менән эксперименталь майҙансыҡтың берлектәге эшкәмәкәрлек планы төҙөлә һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренән торған ижади төркөм эш башлай.


   "Башҡортостан-тыуған илем" тыуған яҡты өйрәнеү программаһы Мәғариф министрлығының советында раҫлана, министрлыҡтың тәҡдиме буйынса Мәғарифты үҫтереү институты типографияһында баҫыла."Башҡортостан-тыуған илем" программаһының авторҙары Фирҙәүес Аҙнабаева, Гөлсөм Әлбәкова, Әминә Буранбаева, Көнһылыу Мортаева. "Башҡортостан-Гөлбостан" хрестоматияһын Фирҙәүес Аҙнабаева, Ләйсән Иманғолова, Альбина Мөхәмәтйәрова төҙөй.


          


   2017-2018 уҡыу йылында кескәйҙәр һәм уртансылар, өлкәндәр һәм уртансылар төркөмө өсөн "Башҡортостан-тыуған илем" программаһы буйынса белем биреү эшмәкәрлегенә перспектив план баҫыла. "Бащҡортостан-тыуған илем" программаһы төп федераль мәктәпкәсә белем биреү программаһының 40 %-тын тәшкил итә. Перспектив план балалар баҡсаһында белем һәм тәрбиә биреү процесы ойошторолған дәрестәрҙә Федераль дәүләт белем биреү стандартының 5 өлкәһе: социаль-коммуникатив, танып белеү, художестволы-эстетик, телмәр һәм физик үҫешен арттырыуға йүнәлтелгән. Перспектив план тәрбиәселәргә, урта һәм юғары профессиональ педагогик уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнә.