Үҫтереүсе предметлы мөхит

         Баланы үҫтереү үҙәге “Айыуҡай” балалар баҡсаһында  бәләкәстәрҙең йәш үҙенсәлектәренә, ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм теләктәренә таянып, белем биреү эшмәкәрлеген тәъмин итеү өсөн үҫтереүсе предметлы мөхит юғары кимәлдә ойошторолған.

      Үҫтереүсе предметлы мөхит балаларҙың төрлө эшмәкәрлек  үҙәктәрендәге төбәк үҙенсәлектәренең йөкмәткеһен асып бирә: Башҡортостан яҙыусыларының портреттары һәм китаптары күргәҙмәһе, башҡорт халыҡ әкиәттәре һәм хәҙерге заман авторҙарының әҙәби әҫәрҙәре, улар буйынса һүрәт төшөрөү, технологик карталар, схемалар, Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡ уйынсыҡтары өлгөләре, кейем-һалымдары, кәсептәре, шөғөлдәре Һ.б.

Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы интерьерының, төркөмдәрҙәге мөхиттең  милли колорит, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, хәҙерге һәм үткән заман тормош-көнкүрешен сағылдырыуы  отошло.

     
                                      00                                        ь