2020 - Башҡорт теле йылы
Март 1, 2020
Просмотров: 31
Башҡорт теле йылына арналған эстафетаны башлап, 28 февраль көнө баҡсабыҙҙа "Туған телемдә һөйләшәм" исеме аҫтында бай йөкмәткеле сара үтте. Балалар ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын хор менән яттан һөйләне. Тамаша залында дауам иткән телебеҙҙе данлаған шиғырҙар, дәртле ҡурай моңо, ҡобайыр, йыр-бейеүҙәр ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Кисә аҙағында "Аманат" ҡобайыры гимн булып яңғыраны. Эстафета ҡалабыҙҙың "Күбәләк" балалар баҡсаһына тапшырылды.