"Урал батыр" мәктәбендә "Алтын тирмә" уйыны
Ноябрь 25, 2020
Просмотров: 46
Педагогтар өсөн "Урал батыр" эпосын ентекләп өйрәнеү төп бурыс. Сөнки эпостың йөкмәткеһен ныҡлап белмәй тороп, балаларға был йүнәлештә тейешле кимәлдә белем биреп булмай икәнен һәр педагог яҡшы аңлай. Ошо маҡсат менән "Урал батыр" мәктәбе "Алтын тирмә" уйынын ойошторҙо. Уйынды алып барыусы Сәлимә Рафиҡ ҡыҙы Усманова бик ҡыҙыҡлы һорауҙары менән педагогтарҙың белемен һынаны. Уйын бик көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы.