1. Педагогам
  2. Новости
  3. 2020 - Башҡорт теле йылы

2020 - Башҡорт теле йылы

Декабрь 13, 2020 Просмотров: 74

Баҡсабыҙҙа Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау уңайынан  декабрҙең 7-нән 14-нә тиклем "Телен белгән генә илен белер" тип аталған Башҡорт теле аҙналығы үткәрелде. Планға балалар менән башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын  һөйләү, "Косилка-молотилка", "Күрһәт әле, үҫкәнем!" кеүек йырлы уйындар, әкиәт сәхнәләштереү алынһа, тәрбиәселәр үҙ-ара "Бер тигәс тә ни яҡшы?", "Бер тигәс тә ни яман?" исеме аҫтында сәсәндәр әйтеше ойошторҙо. Аҙналыҡ эстафетала әүҙем ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды.