Һау бул, балалар баҡсаһы!
Балалар баҡсаһында сығарылыш иртәлектәре тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләр өсөн айырыуса тулҡынландырғыс ваҡиға.
28-29 май көндәрендә “Айыуҡай” балалар баҡсаһында өс сығарылыш иртәлеге булып үтте. Быйылғы йылда 42 бала балалар баҡсаһы менән хушлашты. Һәр иртәлектә лә балалар үҙҙәренең балалар баҡсаһында алған белемдәрен күрһәтеп, ата – әсәләрҙе ҡыуандырҙылар, дәртле бейеүҙәре һәм моңһоу йырҙары менән һәр кемдең күңелен арбанылар.
Традиция буйынса сығарылыш балаларын кескәйҙәр ҡотларға килделәр. Улар эстәлекле шиғырҙары, эскерһеҙ бейеүҙәре менән байрамға сафлыҡ, матурлыҡ өҫтәнеләр.
Ата-әсәләр балаларҙы ҡотлап иң изге теләктәрен теләнеләр һәм бүләктәрен бирҙеләр.
Баҡса мөдире- Байегетова Рәзинә Мөнир ҡыҙы, балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә Рәхмәт хаты, тәрбиәләнеүселәргә Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Ҡәҙерле балаларыбыҙға мәктәп тормошонда тик уңыштар ғына теләйбеҙ!