1. Педагогам
  2. Новости
  3. “Һаумы, һаумы әкиәт”

“Һаумы, һаумы әкиәт”

Июнь 7, 2021 Просмотров: 89

«Балалар баҡсаһында 40 йыл эшләйем, ошо йылдар дәүерендә башҡорт телен пропагандалауға өлөшөмдө индерәм. Быйыл беҙҙең Баймаҡ ҡалаһы «Айыуҡай» балалар баҡсаһы «Урал батыр мәктәбе» проектына ҡушылды. Беҙ кескәйҙәр менән «Урал батыр» эпосын өйрәнә башланыҡ. Был эш тә балаларға тәрбиәнән тыш, туған телен тәрәнерәк өйрәнергә форсат бирә. Башҡорт телен белергә тейештәр. Үҙенең туған телен белмәгән баланың аң кимәле һай буласаҡ, ул үҙ мәҙәниәтен, тарихын, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп үҫһә, бер ҙә ҡамасау түгел. Беҙҙең «Айыуҡай» балалар баҡсаһында уҡытыу-тәрбиә эше тик башҡорт телендә алып барыла . Тәрбиәләнеүселәребеҙ башҡорт телен дә, рус телен дә яҡшы белә», — ти Баймаҡ ҡалаһы «Айыуҡай» балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе Гөлсөм Әлбәкова.